Личный кабинет

Башҡорт теленән заманса дәреслектәр- бөгөнгө көн талабы

Башҡорт теленән заманса дәреслектәр- бөгөнгө көн талабы


Башҡорт теленән заманса дәреслектәр- бөгөнгө көн талабы (доклад)

Икенсе быуын Федераль белем биреү стандарттары шарттарында дәрестәр6ең структураһы тамырҙан үҙгәрә. ғалимдар дәреслектәрҙе төҙөгәндә  уҡыусыларға әзер белем биреү менән шөғөләнмәйенсә, белемде уҡыусылар6ың ү66әренән таптыртыу алымдарын кү66ә тотоп эшләргә, белемдәр6е тормышта ҡуллана белергә өйрәтеүҙе иҫәпкә алырға тейештәр. Шул осраҡта ғына бе66ең уҡыусылар яңы тормош шарттарына яраҡлашҡан, ғөмуми мә6әни үҫешкә ирешкән, үҙ фекере бул4ан һәм йәмғиәткә файҙалы шәхестәр буласактар.

       Мәктәп шарттарында универсаль уҡыу эшмәкәрлеге – ул уҡыу-уҡытыу процесында уҡыусыларҙа белем алыуға ыңғай мотивация булдырыу аша яңы белем, күнекмә һәм компетенцияларҙы үҙ аллы уңышлы үҙләштереү, йәғни уҡый белеү мөмкинлеген биреүсе дөйөмләштерелгән эшмәкәрлек. Был эшмәкәрлек уҡыусы тарафынан социаль тәжрибәне аңлы һәм әүҙем рәүештә үҙләштереү һөҙөмтәһендә формалаша. Шуға ла башланғыс кластар6ан уҡ уҡыусыларҙы уҡыу эшмәкәрлеген үҙ аллы планлаштырырға, тикшерергә, баһаларға өйрәтергә кәрәк.

         Заманса дәрестең нәтижәле, бала, атай-әсәй, дәүләт ҡыҙыҡһыныуы менән туранан-тура бәйләнештә булыуы шарт. Бындай дәрестә беренсе урында  баланың үҙ аллы эшсәнлеген ойоштороу мөһим булып тора. Тимәк, традицион дәрестәр6ән айырмалы булараҡ, уҡытыусы ә6ер материалды биреүсе түгел, ә белем алыу6ы ойоштороусы булырга, уҡыусыны үҙ алдына маҡсат ҡуйырға һәм уны тормошҡа ашырыу юлдарын үҙе таба алыу дәрәжәһенә күтәрергә тейеш.

     Хә6ерге заман уҡытыусыһы шәхес үҫеше өсөн шарттар тыуҙырырға һәм был процесс менән идара итә белергә тейеш. Шул осраҡта ғына мәктәп тамамлаусылар фекер йөрөтә белгән, аҡыллы, төрлө хәлдәрҙә юғалып ҡалмай торған кешеләр булып үҙ аллы тормошҡа юл алалар. Уҡытыусы, үҙенең бөтөн булған белемен һәм күнекмәләрен ҡулланып, фекер йөрөтөргә сәләтле, уҡытыу процесы менән ҡызыҡһынған шәхес тәрбиәләү маҙсатын ҡуя, уҡыусыны ижади эшсәнлеккә тарта. Йәғни уҡыусының дәрес темаһын асыуға, уҡыу проблемаһын табыуға һәм сисеүгә үҙе ынтылыуы кәрәк. Ниндәй6ер проблеманы, мәсьәләне әлегә белеп етмәүен төшөнөп, үҙ-үҙенә бурыс ҡуйыуы фарыз. Маҡсатты үҙе ҡуя, белем алыуҙы аңлап үтәүгә ынтылыу - төп маҡсаттарҙың береһе булып тора. Бала алынған проблемалар6ы хөл итеү юлдарын эҙләргә, таба белергә тейеш. Бында уҡытыусы балаға һиҙҙермәй генә яр6ам итә, проблеманы сисеү алымдарын табышырға өйрәтергә бурыслы.  

           Дәреслектәрҙең йөкмәткеһе яңы мағариф стандарттарына тура килергә тейеш. Уларҙың тышы ла, эсе дә ҡызыҡ булыу мотлаҡ. Башҡорт теле биремдәре башҡа дәрестәр менән тура килһен ине. Сөнки был программаны еңел үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Шуға күрә, авторҙарға башҡа фәндәр менән бәйләнеш урнаштырыуҙы ла иҫәпкә алырға кәрәк, тип уйлайым. Балаларға тапшырылған биремдәр үтәй алырлыҡ, ә күнегеүҙәр ҡы6ыҡһыныу уятырға тейеш. Яңырыш беҙгә бик кәрәк. Балаларға ғына түгел, уҡытыусыларға ла китаптар менән эшләү ауыр. Хәҙерге башҡорт теле программаһында телмәр үҫтереүгә ҡарата мөһим талаптар ҡуйылһа ла, ғәмәлдә телде өйрәнеү эше грамматика уҡытыуға ҡайтарып ҡалдырыла, йәғни грамматика менән үтә мауығыу күҙгә ташлана.

         Замана талаптарына тура килтереп китаптар төҙөү мотлаҡ. Яңы китаптарға сифатлы рәсемдәр, фотолар ҡуйып уҡыусылар6ы ҡызыһындырырға кәрәк. Былар башҡортсаны сит тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн бигерәк тә мөһим. Мәсәлән, практик биремдәр ҙә бик аҙ, йәғни без айырым бер ҡағиҙәләр өйрәнәбеҙ, ләкин улар6ы ү6ләштереп ҡалыу өсөн практик биремдәр булыуы ла кәрәк. Китаптарҙа текстар һәм ҡағиҙәләр генә булырға тейеш. Һәр ҡағиҙәнән һуң төрлө ҡимәлдәге биремдәр күберәк булһын ине. Мин үҙем     күнегеүҙәрҙе уҡыусыларҙың әҙерлек ҡимәленә ҡарап, төрлөсә үҙгәртергә тырышам.   Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәп уҡыусылары өсөн һүҙлектәр китаптың артҡы биттәренә лә өҫтәлгән, әммө бында ул бик аҙ күләмдә бирелгән. Шуның өсөн дә мин һүҙҙәрҙе күберәк өҫтәргә  тәҡдим итәм. Шулай уҡ телмәрҙә йыш ҡулланыла троған һүҙҙәрҙең  дә булыуы мотлаҡ, тип һанайым, сөнки телде саҡ  өйрәнеп килгән бала өсөн былар бик әһәмиәтле. Урыҫ телле балалар өчен бирелә торган дәреслектәрҙә тел уҡытыуға заманса техно­логиялар менән килеп кергән үҙ баһалауға айырым иғтибар итеүгә баҫым яһарға кәрәк. Мәсәлән, «һин был һорауға яуап бирә алаһыңмы? Фекереңде текст буйынса иҫбатла!» һ.б. урынлы биремдәр балалар ал4ан белемде үҙҙәренән тикшертеп тороуға ҡоролһон ине. Дәреслектә хикәйәнең     йөкмөткеһен аңлағанды тикшереү маҡсатынан дөрөҫ һәм ялған яуаплы һөйләмдәрҙөн   төҙөлгән таблицалар ҡулланыу ҙа отошло.

     Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәге башҡорт балалары өсөн тел уҡытыу6ың төп бурысы — уҡытыусылар6а әсә телен өйрәнеүгә ҡызыҡһыныу, омтолош, эҙләнергә теләк уятыу, тел дә­рестәрендә алған белем һәм күнекмәләр6е көн­дәлек тормошта ҡуллана белеү. Дәреслектә теоретик мате­риал аңлайышлы итеп, схема һәм таблицаларга һалып, ә нығытыу өсөн тел һәм телмәр күнегеүҙәре бай һәм төрлө итеп бирелеүен теләр инем. 1-се һәм 2-се кластар6а алған белемдәр, ябай6ан ҡатлаулыға таба барыу принцибын һаҡлаған хәлдә, тәрән э6леклелектә дауам ителә. Күнегеү6әр6ең төрлө булыуы айырыуса отошло булыр ине. Ижади эшкә иғтибар ител­һен, уларҙы шартлы билдәләр менән күрһәтеү ҙә иғтибарға лайыҡ. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә, әйләнә-тирәне танып белеүгә, тексты анализлауға, бәй­ләнешле телмәрҙе үҫтереүгә лә ҙур урын бирел­гән. Дәреслектәге хикәйәләр, күнегеүҙәр белем биреү менән бер рәттән, тәрбиәүи маҡсатҡа ла эйә. һәр текст аҙағында бирелгән һңҙҙәрҙе (дәреслектә бирелә) табып, уларҙың мәғәнәҙенә тө­шөнөү, һөйләмдә ҡулланырға өйрәтеү тел байлыгын үҫтерергә булыша. Дәреслектә һәр тема аҙағында уҡыусылар6ың белем һәм күнекмәләрен тикшереү өсән тестар, һорауҙар бирелеүе лә бик уңышлы. Картина, һүрәттәр буйынса хикәйә төҙәү, инша яҙҙырыу,башланған хикәйәне дауам итеү, хикәйәнең йөкмәткеһен шиғыр юлдарына һалыу , бер-береһенең һөйләгәнен тыңлап, һорауңҙар биреү , дөрөҫ яуаптарҙы дәлилләү, иҫбатлау һәм йомғаҡлау кеүек эштәр һәр дәрестә үткәрелһә, баланың ижади фекерләүҙе үҫәсәк һәм, әлбиттә, уның телмәре байыясаҡ.Телмәр этикаһының ҡағиҙәләренә төшөндөрөү баланың ижади үҫешен әүҙемләштереүҙә ярҙам итә,телмәре бай уҡыусы бер ниндәй ситуацияла ла юғалып ҡалмаясаҡ.

  

Добавлено: 23.05.2016
Рейтинг: 7.25
Комментарии:
0
Сказали спасибо 0
Сказать спасибо
footer logo © Образ–Центр, 2017. 12+