Личный кабинет

Педсовет полностью переехал на новую платформу. Некоторое время понадобится для отладки сервиса. Пожалуйста, о любых Ваших сложностях и ошибках сообщите в редакцию по адресу red@pedsovet.org. 

 

ФГОС: выполнение требований ФГОС на уроках башкирского языка и литературы

В этой статье перечислены основные требования ФГОС к урокам и их выполнение на уроках башкирского языка и литературы


Доклад состоит из следующих частей: 1.Основные требования к урокам башкирского языка и литературы при введении ФГОС и их выполнение на уроках башкирского языка и литературы 2. УУД на уроках башкирского языка и литературы 3. Требования к домашним заданиям

Төп дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттары: башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уның талаптарының үтәлеше

Бөгөн белем биреү системаһы, мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр заман дәрестәренә яңа талаптар ҡуя. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарында улар асыҡ сағылыш таба.

ФГОС  индереү шарттарында башҡорт теле дәрестәренә талаптар

         Яңы стандарттар индереү шарттарында дәрестең яңылығы нимәлә?

  1. Методик яҡтан дөрөҫ ойошторолған дәрес яҡшы йыһазландырылған кабинетта уҙғарылырға тейеш. Дәресте заман талаптарына тура килерлек итеп үткәрер өсөн компьютер, уның интернет селтәренә тоташҡан булыуы, мультимедиа проектор, электрон дәреслектәр булыуы мотлаҡ бер шарттыр.
  2. Уҡытыусы үҙ эшмәкәрлеген һәм уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген планлаштырырға һәм һәр дәрес башында аныҡ итеп маҡсат, бурыстарҙы билдәләргә тейеш. Ысынлап та нисә йыл әйтеп килһәк тә был талап әле үтәлә тип әйтеп булмай. Дәрес башында маҡсаттар теүәл ҡуйылмай. Иң ҡулайы уҡытыусы үҙе әйтеп биреүе түгел, ә уҡыусыларҙың үҙҙәренән маҡсат, бурыстарҙы билдәләтеүе, әйттереүе.
  3. Дәрес проблемалы һәм үҫтерешле, уҡытыусы уҡыусыларҙы эшмәкәрлеккә йүнәлдерә һәм уларҙы класташтары менән хеҙмәттәшлеккә йүнәлтә белергә тейеш. Яңы стандарт буйынса дәрестә бирелгән эште төркөмдәрҙә башҡарыу ҡулай тип табыла. Ысынлап та уҡыусылар был осраҡта бер-береһе менән аралаша, бер-береһенең белемен тулыландыра, һәр бала эштә ҡатнаша килеп сыға, бер-береһен тыңларға өйрәнә.
  4. Уҡытыусы проблемалы һәм эҙләнеү ситуацияларын ойоштора, уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген активлаштыра алырға тейеш.

Яңы стандарттар буйынса уҡыусыға әҙер мәғлүмәт, әҙер белем бирергә түгел, ә уларҙы ошо мәғлүмәт- белемдәрҙе үҙаллы ҡыҙыҡһынып, эҙләнеп таба белергә өйрәтеү маҡсаты ҡуйыла беҙҙең алдыбыҙға. Ысынлап та ниндәйҙер ҡыҙыҡлы ситуация, проблеманы сисеү аша табылған белем ҡыҙыҡлыраҡ та була, хәтерҙә лә нығыраҡ һаҡланалыр.

  1. Репродукция минимум, ә күберәк ижад һәм ижадташлыҡ булырға тейеш. Элеккесә тема аңлатҡас, ошондағы күнегеүҙәрҙе үтәү: мәҫәлән, сифаттарҙы табығыҙ, дәрәжәләрен билдәләгеҙ йәки сифаттарҙы тейешле урындарына ҡуйығыҙ кеүек репродуктив биремдәр ҡарала ине. Уларҙы үтәгәндә уҡыусы тар фекер йөрөтә, универсаль уҡыу күнекмәләре үҫешмәй.
  2. Ваҡытты рациональ ҡулланыу һәм һаулыҡ һаҡлау һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеүе мотлаҡ. Дәрес сиктәрен яңы стандарттар буйынса ла оноторға тейеш түгелбеҙ: уның ваҡыты сикләнгән һәм уны файҙалы итеп ҡулланыу бурысы тора беҙҙең алда. Яңы стандарт буйынса мәктәптә һаулыҡ һаҡлауға ла ҙур урын бирелә. Уны ла төрлөсә хәл итеп була: 5,6 кластарҙа ял минуттары үткәрәм йә булмаһа киреһенсә, арып китһәләр, баштарҙы ҡулға һалып тып-тын ғына ятып торорға, был ваҡытта тыныс ҡына көй уйнатырға мөмкин. Кластың активмы, пассивмы икәнлегенә ҡарап инде уныһы. Ҙурыраҡ кластарҙа, ял иттереп алыу өсөн, спорт менән, таҙалыҡ менән бәйле, файҙалы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырырға мөмкин. Тестар эшләтеп тә алып була.
  3. Дәрес үҙәгендә уҡыусылар булырға тейеш. Был һәр ваҡытта шулай булды. Ҡайһы бер төплө белемле уҡытыусылар ҙа, онотоп ташлап, дәрестең күп ваҡытын үҙҙәре һөйләп үткәрә, ә беҙҙең маҡсат, киреһенсә, уҡыусыларҙы нисек тә күберәк, файҙалыраҡ эшмәкәрлеккә йәлеп итеү.
  4. Уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен һәм индивидуаль үҙенсәлектәрен, шулай уҡ кластың профилле булыуы, уҡыусыларҙың тырышлығы иҫәпкә алынһын. Әлбиттә кластың белем кимәленә ҡарап дәрестә ҡулланаһы биремдәрҙе, алымдарҙы һайлайбыҙ. Улай ғына ла түгел, бер үк дәрестә ултырған балаларға ла төрлө ауырлыҡтағы эштәр һайлайбыҙ. Класта бер үк төрлө белем кимәле булған балаларҙан бер нисә төркөм төҙөп, эште төркөмдәрҙә башҡарырға ла мөмкин.
  5. Кире бәйләнеш булдырылырға тейеш.
  6. Дәрестең йылы мөнәсәбәттә үтеүе мөһим.
  7. Рефлексия булыуы ла мотлаҡ. Релексия дәрестә һәр саҡ булды, ләкин әле талап ителгән кимәлдә түгел. Дәрес оҡшанымы, тема аңлашылдымы кеүек формалар аша ғына ойошторола ине ул. Хәҙер иһә: Ниндәй маҡсаттар ҡуйғайныҡ? Маҡсаттарға ирештекме? Нисек? Һөҙөмтәләр ниндәй? Тағы ла нимәләр эшләргә тейешһегеҙ? Бөгөнгө белемде тормошта ҡайҙа һәм нисек файҙаланырга мөмкин? Һинең бигерәк тә ҡайһы эшең уңышлы килеп сыҡты? Алға таба нимә өҫтөндә эшләргә кәрәк?

    Ғәҙәти дәрестәр уҡыусыларҙан бирелгән өй эше буйынса яуаптар алыу һәм дәрестең икенсе өлөшөндә яңы тема аңлатып, нығытыу  һәм өйгә эш биреү менән тамамлана ине.

Яңы стандарттарға ярашлы дәрестә уҡыусының тирә-яҡты танып белеүгә мотивация булдырыу, уға мәктәптә алған белемдең  тормоштан айырмалы рәүештә алынған белем түгел, ә киреһенсә, уҡыусыны тормошҡа әҙерләү, уны танып белеү, тейешле мәғлүмәтте эҙләп табыу һәм белем, күнекмәләрҙе реаль тормошта ҡулланырға мөмкинлеген күрһәтеү.

Яңы стандарттар уҡыу ситуацияһы тигән яңы термин индерә, был уҡыу процесының шундай айырым берәмеге уҡыусылар уҡытыусы ярҙамында үҙҙәренең хәрәкәт предметын билдәләйҙәр, төрлө уҡыу хәрәкәттәр ярҙамында уны тикшерәләр, уны үҙгәртәләр, мәҫәлән, формулировкаһын үҙгәртәләр, йә үҙҙәренсә тасуирлайҙар һ.б., өлөшләтә уны хәтерҙә ҡалдыралар. Уҡытыусы алдында айырым уҡыу эшмәкәрлеге берәмеге булараҡ уҡыу ситуацияһын барлыҡҡа килтерә, шулай уҡ уҡыу бурыстарын уҡыу ситуацияһына әйләндерә  белеү бурысы ҡуйыла.

Яңы быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы дәрес структураһына үҙгәрештәр индерелде. Дәресте төҙөгәндә иң мөһиме – уҡыусыларҙы төрлө эшмәкәрлеккә өйрәтеү.   Дәрестең яңы структураһында түбәндәге этаптарҙы билдәләргә була:

  • Белем һәм оҫталыҡты актуалләштереү;
  • Проблема ҡуйыу;
  • Гипотезалар тәҡдим итеү;
  • Проблеманы хәл итеү өсөн кәрәкле белемде эҙләү;
  • Тәүге (беренсел) белемде нығытыу;
  • Алған белемдең проект эшмәкәрлегендә сағылыуы.

Шуны ла хәтерҙә тоторға кәрәк: мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү түбәндәге һөҙөмтәләргә алып килергә тейеш:

шәхсән һөҙөмтәләр: уҡыусының һәр яҡлап үҫкән, үҙ аллы рәүештә белем алырға, камилләшергә әҙер буларак формалашуы;

метапредмет һөҙөмтәләр: белем алыу нигеҙен тәшкил иткән төп компетенцияларға эйә булыу, предметара төшөнсәләрҙе үҙләштереү;

Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел, уҡыусыларҙың башҡорт теле­нән мәғлүмәтлеләге), аралашыу (коммуникатив, уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең нормаларына эйә булыу), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе һ. б.) компетентлыҡ булдырыу талап ителә.

предмет һөҙөмтәләре : башҡорт теле программаһы буйынса билгеле бер белем һәм күнекмәләргә эйә булыу; ижади эшсәнлек тәжрибәһен, белем-күнекмәләрен ғәмәли файҙалана алыу.

         Мәктәп шарттарында универсаль уҡыу эшмәкәрлеге – ул уҡыу-уҡытыу процесында уҡыусыларҙа белем алыуға ыңғай мотивация булдырыу аша яңы белем, күнекмә һәм компетенцияларҙы үҙ аллы уңышлы үҙләштереү, йәғни уҡый белеү мөмкинлеген биреүсе дөйөмләштерелгән эшмәкәрлек.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәре дүрт блокка бүленә: 1) шәхси; 2) регулятив; 3) танып белеү; 4) коммуникатив.

Шәхси эшмәкәрлек уҡыусының эске шәхси позицияһын, мәғәнәүи-ҡиммәтле йүнәлеш алыуын (әхлаҡи нормаларҙы белеү, үҙ ҡылыҡтарыңдың дөйөм ҡабул ителгән этик принциптар менән тап килеү - килмәүен билдәләй алыу, ҡылыҡтың әхлаҡи аспектын айырыу) һәм ижтимағи ролдәрҙә, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә дөрөҫ йүнәлеш алыуын тәьмин итә.

Регулятив (көйләүсе) универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә уҡыу процесын һәм дәрестән тыш эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырыусы эш төрҙәре ҡарай:

          - уҡытыусы ярҙамы менән дәрестәге эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү һәм формалаштырыу (элек өйрәнелгән һәм таныш булғанды әлегә тиклем таныш булмаған менән тап килтереп, сағыштырып, уҡыу мәсьәләһен билдәләй белеү);

          - планлаштырыу (төп һөҙөмтәне күҙҙә тотоп, маҡсаттарҙың эҙмә-эҙлелеген асыҡлау; план төҙөү һәм эш төрҙәренең тәртибен билдәләү);

  • прогнозлау (һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен алдан күҙаллау);
  • контроль (эшмәкәрлек ысулының һәм уның һөҙөмтәһенең билдәләнгән эталонға тап килеү-килмәүен асыҡлау);
  • төҙәтмәләр индереү (эталондан тайпылыштар булған осраҡта, планға һәм эшмәкәрлек ысулына өҫтәмәләр һәм төҙәтмәләр индереү);
  • баһалау (танышты әлегәсә таныш булмағандан айыра белеү; үҙләштерелгәндең сифатын һәм кимәлен билдәләй алыу);
  • үҙ-үҙеңде көйләү (үҙ көсөңдө, энергияңды, ихтыяр көсөңдө туплап, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу).

Танып белеү блогына дөйөм уҡыу (өйрәнеү, белем алыу) эшмә-кәрлеге, логик эшмәкәрлек, шулай уҡ проблеманы ҡуйыу һәм хәл итеү инә:

  1. дәреслек менән эш итә белеү (уның төҙөлөшө, йөкмәткеһе шартлы тамғалары һ.б.);
  2. текст һәм иллюстрациялар аҙағындағы һорауҙарға яуап биреү;
  3. класс һәм уҡытыусы менән берҙәм эш һөҙөмтәләре буйынса һығымталар яһау;
  4. мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға күсереү; уҡылған ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен тулы һөйләү һ.б.

Коммуникатив эшмәкәрлек социаль компетентлыҡты, аралашыусы һәм хеҙмәттәш партнерҙар позицияһын иҫәпкә ала, башҡаларҙы тыңлай һәм диалогка инә белеүҙе, проблемаларҙы коллектив менән хәл итеүҙә ҡатнашыуҙы, тиҫтерҙәрең һәм өлкәндәр менән продуктив хеҙмәттәшлек ойоштора белеүҙе тәьмин итә.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең ҡарап үтелгән төрҙәре айырым-айырым түгел, ә уҡыу программаһындағы һәр дисциплинаны үҙләштереү барышында комплекслы, системалы үҫтерелергә тейеш.

Уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшсәнлеге федераль дәүләт стандарттары талаптарын тулыһынса тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. Дәрестән тыш эштәр белем биреү процесының бер өлөшө булып тора. Шуға күрә, уҡыусыларҙың белемдәрен тәрәнәйтеү, эстетик зәүығын үҫтереү, донъяға ҡараштарын формалаштырыу, ижади һәләттәрен үҫтереү маҡсатынан, мәктәптә синыфтан тыш эштәрҙе ойоштороуға ла нык иғтибар итергә кәрәк.

Башҡорт теле буйынса уларҙың төрҙәре ғәжәйеп күп: телдән журнал, бәйгеләр, викториналар, диспуттар, ижад түңәрәктәре, ғалимдар, яҙыусылар менән осрашыуҙар, экскурсиялар, конференциялар һ.б. Был эштәрҙең барыһы ла төп программа материалын тәрәнерәк өйрәнеүгә, киңәйтеүгә, уҡыусыларыбыҙҙың телебеҙгә, мәҙәниятебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыуға хеҙмәт итергә тейеш.

 

Өй эштәренә талаптар

Башҡорт теленән өй эше дәрестә формалаштырылған универсаль уҡыу ғәмәлждәрен нығытыу маҡсатынан бирелә. Уҡыусыларҙың предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыу маҡсатыннан, өй эшенә стандарт булмаған биремдәр бирергә мөмкин. Мәҫәлән, проблемалы ситуацияларға, эшлекле уйындарга, конкурстарға, ярыштарға («кем тиҙерәк?, күберәк?, яҡшыраҡ?»), ижади эштәргә (инсценировкалар, лингвистик әкиәттәр, йомаҡтар, рефераттар, проекттар, ребустар, схемалар) ҡоролған биремдәр. Шулай уҡ, өйрәнелгән материал буйынса белемдәрҙе тикшереү маҡсатынан тестар, һорауҙар, төрлө биремдәр менән карточкалар (хаталарҙы төҙәтергә, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе, тыныш билдәләрен ҡуйырға һ.б.) төҙөргә тәҡдим итергә мөмкин. Өй эшен ауырлыкҡ дәрәжәһенә ҡарап бер нисәне тәҡдим итергә була, уҡыусы үҙ мөмкинлектәренән сығып береһен генә башҡара. Өй эшенең күләме артыҡ ҙур булмаҫҡа тейеш, башҡа предметтарҙан биреләсәк өй эштәренең дә күләмен онотмаҫҡа кәрәк.

СанПиН 2.4.2-2821-10 нормаларына яраҡлы рәүештә өй эшенең күләме (барлыҡ предметтарға бирелгән сәғәттәр һаны):

1 се синыфта өй эше бирелмәй.

2-3 сө синыфтар – 1,5 сәғ.

4-5 се синыфтар – 2 сәғ.

6-8 се синыфтар – 2,5 сәғ.

9-11 се синыфтар – 3,5 сәғ.

 

Добавлено: 06.11.2016
Рейтинг: 7.2166666666667
Комментарии:
0
Сказали спасибо 0
Сказать спасибо
footer logo © Образ–Центр, 2016. 12+